Уртаса гектар ҡеүәте 30 центнер. Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ураҡ кампанияһы барышы менән таныштырҙы.
Августың эҫе көндәре урып йыйыу эштәренә булышлыҡ итә. Башаҡтар туҡ, иген сифатлы, тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Башҡортостанда әле иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән барлыҡ майҙандарҙың 40 проценты урып-һуғылған. Ужым сәсеү ҙә бара, планлаштырылған 500 мең гектарҙың 12 процентында киләһе уңышҡа орлоҡ һалынған, тигән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Традицион культураларҙы ла онотмайбыҙ. Ҡыйғы районында «Етен-2022» семинары үтте. Башҡортостанда быйыл был культура 69 мең гектар самаһы майҙанды биләй. Былтырғы менән сағыштырғанда күрһәткестәр 13 процентҡа күберәк. Һандарҙа игенселәрҙең фиҙакәр хеҙмәте сағыла. Барыһына ла ҙур рәхмәт, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.
Башҡортостан игенселәре уҙған аҙнала ғына 766 мең тонна иген урып һуҡҡан. Алдынғылар сафында Стәрлетамаҡ, Илеше,Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош эшсәндәре.