Мәктәптәр юғары әҙерлек режимында эшләйәсәк

Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтелде. Белем усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса мәғлүмәт еткерелде. 1 сентябрҙә биш йөҙ меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултырасаҡ.

Шулай уҡ Донбастан килгән 156 бала Башҡортостан мәктәптәренә уҡыуға бара. 63 мәктәпкә капиталь ремонт яһалған, 11 мәктәптә ул дауам итә. Белем көнө алдынан мәктәптәр дезинфекциялана, уҡытыусылар вакцинация үтә, ковид инспекторҙар исемлеге төҙөлә. 

Халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр өсөн яңылыҡ бар. Ошо һәм башҡа темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала ентекләберәк. 

Мәктәптәрҙә капиталь төҙөкләндереүҙе сентябргәсә тамамлай алмаған райондарҙың етәкселәре менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Ундай мәғариф учреждениелары уҡыусылары ваҡытлыса йә дистанцион белем ала, йә башҡа мәктәпкә йөрөп уҡый.

Хәүефһеҙлек талаптарына килгәндә, әле белем усаҡтарын ҡабул итеү комиссиялары эшләй. Мәғариф учреждениеларында булған етешһеҙлектәрҙе 29 авгусҡаса бөтөрөү бурысы ҡуйылған.

Мәктәп автобустарының 35 проценты тикшереү үткән, уларҙың етеһендә техник төҙөкһөҙлөк асыҡланған.

Балаларҙы йөрөтөүсе автобустар төҙөк булмаһа мәктәп директоры, йә муниципалитет башлығы үҙенең автомобилен йөрөргә бирһен, тине  оператив кәңәшмәне алып барыусы Андрей Назаров.

Төбәктә 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ урып алынған. Ураҡтың ҡыҙған мәле, мал аҙығы әҙерләү аҙағына яҡынлаша, уңышты йыйып алыу менән бер рәттән арыш һәм бойҙай ужымы сәсеү дауам итә. Ужым культуралары уңышы гектарынан уртаса 31,8 центнер тәшкил итә. Былтыр был күрһәткес 15,8 центнерҙан артмаған. Стәрлетамаҡ, Илеш, Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондары лидерҙар иҫәбендә. 

Халыҡ кәсептәренә иҡтисадтың мөһим секторы булараҡ иғтибар бүленәсәк. Милли кәсептәр менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Субсидия күләме үҙмәшғүлдәр өсөн 500 мең, кесе һәм урта эшҡыуарҙарға 700 мең һум. Тармаҡты үҫтереү буйынса 2022-2025 йылдарға саралар планы бар.

Республика Хөкүмәте исемлеккә 118 төр кәсепте индергән. Йүнәлеш художество һөнәрҙәренә өйрәтеү, йүнселдәр етештергән тауарҙарын һатыуға шарттар тыуҙырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Әле  был өлкәлә тауар етештереүсе 33 ойошма иҫәпләнә. 

Иҡтисад өлкәһендә Үзбәкстан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү буйынса саралар планы тураһында әйтелде. Октябрҙә Башҡортостанда Ташкент көндәре уҙасаҡ. 

Рәмилә Исмәғилева