Унда Бүздәк районында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, ут күршеләребеҙ Татарстандан, Силәбе, Ҡурган өлкәләренән меңдән ашыу аш-һыу оҫтаһы йыйылды. Рәсәй Президенты грантына ойошторолған сарала бәлеш һәм башҡа тәмлекәстәр бешереү оҫталығына өйрәнергә мөмкин ине. Бәлешфеста милли ризыҡҡа арт обьект та асылды.
Йылдың иң тәмле һәм йомарт байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Район үҙәгенең ял һәм мәҙәниәт паркы сағыу итеп кейенгән халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн бәлештән һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләгән оҫталар менән тулы. Ҡаңны -Төркәйҙәр бәлеш тәмләргә килеүселәргә алтмыштан ашыу төрлө милли ризыҡ һәм тиҙ бешерелә төрған бөйөрөктәр тәҡдим итә.
Мари хужабикәләре әҙерләгән бәлеш иһә ит янына ҡара бойҙай ярмаһы ҡушылыуы менән айырыла Рецепттар айырым сер итеп һаҡлана. Бәлешкә өс төрлө ит ҡулланыла. Уны мари халҡы кирбес мейестәрҙә бешерә.
Бәлеш ғаиләләрҙе берләштереүсе, ҙур өҫтәл артында бер табынға йыйыусы дуҫлыҡ символы ла булып тора. Һәр милләт халҡы уны быуындан-быуынға күсеп килгән махсус рецепттар буйынса бешерә.
Башҡортостан татарҙары иһә дүрт төрлө ит ҡулланып, ҡамырҙы һары майҙа баҫа.
Бәлешфест Бүздәктә бишенсе тапҡыр ойошторола. Фестивалдә ҡатнашырға теләк белдереүселәр социаль селтәрҙәрҙә милли ризыҡ бешереп рецепттар менән бүлешә. Фестивалдә еңеүселәр ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы бәлеш менән һыйлай алды.
Рәсәй Президенты грантына ойошторолған Бәлешфесттың иң тантаналы мәле моғайын бөтә ғаиләне бер табынға йыйған ризыҡҡа арт -обьект асыу булғандыр. Авторы Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәкил Ғилем улы Шәйхетдинов. Һәм бәлеште мотлаҡ һыйпап китергә кәрәк.
Бәлешфестҡа килгән ҡунаҡтар һыйланғандан һуң, әүҙем спорт уйындарында ҡатнашты, биҙәүестәр һәм зауыҡлы әйберҙәр яратыусылар ҡупшы түбәтәйҙәр һәм бәлеш символикаһы менән сувенирҙар алып ҡыуанды.
Гүзәл Борханова