Иглин районының Көҙәй ауылында Алма байрамы уҙҙы

Баҡсасылар емештән бәлеш, ҡаҡ кеүек төрлө ризыҡтар бешереүҙә, эсемлектәр әҙерләүҙә бәйге тотто. Жюри ағзалары иң оҫта хужабикәне һайлап, еңеүсегә бүләктәр тапшырҙы.

Байрамда ҡатнашыусылар илдәге иң популяр емештең төрлө сорты менән һыйланды. Урында төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне: халыҡ оҫталыҡ дәрестәрендә, милли уйындарҙа ҡатнашты, тай  боксы буйынса күрһәтмәле сығышҡа тамаша ҡылды.

Майҙанда балалар эшләгән биҙәү-ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәре һәм урындағы рәссамдар күргәҙмәләре эшләне. Райондың үҙешмәкәр коллективтары иһә халыҡты дәртле йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.

Рәзилә Ғиниәтуллина