Өфөлә вандалдар ныҡ әүҙемләшкән

Улар контейнер майҙансыҡтарына  килтергән зыян миллион һумдан артҡан. Ҡала хакимиәтенән  хәбәр итеүҙәренсә,  сүп  контейнерҙарына  ут төртөү осраҡтары  йышайған.  Уҙған йылда  60-тан ашыу  пластик  һауытҡа  зыян килгән. Уларҙың һәр береһенең хаҡы  15-20 мең һум.