Был тема хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, әүҙемлек сәләмәтлекте һаҡлау өсөн иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республикала "Оҙон ғүмерлелек" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Уға 400 мең кеше йәлеп ителгән, тине хөкүмәт рәйесе. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, өлкәндәр өсөн саралар ойоштороусылар сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға сертификат алыу мөмкинлегенә эйә.