Финанс министрлығы йылдың тәүге ете айында бюджет үтәлеше буйынса отчет бирҙе. Республиканың тупланма ҡаҙнаһы 176 миллиард һумға тулыланған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк. Сығымдар ҙа шул самаға артҡан, 175 миллиард һум тотонолған. Аҡсаның ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелгән.