Башҡортостанда  газ  яғыулығы  станцияһын төҙөүсе  инвесторҙарға  субсидия бирелә

 Премьер-министр  Андрей  Назаров  белдереүенсә,  әле  Республикала  41 станция  бар.  2019 йылдан  республика  етәксеһе 18 ошондай  объект төҙөлөшөнә  679 миллион  һумлыҡ ярҙам  күрһәткән. Бер станция  өсөн  иң күбе  36 миллион  һум  субсидия алырға  мөмкин. - Инвесторға төҙөлөштөң һәр этабында  ярҙам  итергә  кәрәк, -тине   хөкүмәт рәйесе.