Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тур ойоштороусыларға субсидия була

 Был тема  Республика   хөкүмәтендә  ҡаралды.  Премьер-министр  Андрей  Назаров  белдереүенсә, Башҡортостанда социаль туризм  өлкәһендәге  проекттар  2011 йылдан ғәмәлгә  ашырыла. - Беҙ илдә  иң беренсе  булып  балалар йорттары  тәрбиәләнеүселәре, инвалидтар, пенсионерҙар  өсөн социаль  турҙар  программаһын ҡабул иттек.  Хәҙер был тәжрибәне  урта класс уҡыусылары  өсөн  ҡулланбыҙ, - тине хөкүмәт рәйесе. Башҡортостанда  әле  мәктәп туризмы  буйынса  федераль проект һынала.  Бының өсөн  77 миллион  һумдан ашыу  аҡса бүленгән.