Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Баймаҡ районында тәүге тапҡыр үткән фестивалгә йомғаҡ яһап, сараны ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан фестивалде киләһе йылға Рәсәй кимәлендә үткәреп, туристарҙы йәлеп итеү өсөн инфраструктура әҙерләү маҡсаты ҡуйылды. Ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе, балалар һәм йәштәр өсөн ял майҙансыҡтарын ойоштороу, күрше төбәктәрҙәге йылҡы аҫраусыларҙы йәлеп итеү кеүек һорауҙар ҡаралды.
Июлдә Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» фестивале 5 меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Сарала Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Фестиваль Башҡортостанда йылҡысылыҡ традицияларын үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеүҙе яйға һалыу маҡсатында ойошторолдо.
Флорида Ким