Өфөлә яман шешкә ҡаршы ҡиммәтле химия препараттарының бер тамсыһы ла әрәмгә китмәйәсәк

Республиканың клиник онкология диспансерында дарыуҙарҙы бүлеү буйынса үҙәкләштерелгән бүлек эшләй башланы.

Быға тиклем дауахананың һәр бүлеге дарыуҙар әҙерләү менән үҙе шөғөлләнә ине һәм артып ҡалған миллилитрҙар утилләштерелә барҙы. Хәҙер иһә һәр пациентҡа шәхсән генә эшләнә торған ҡиммәтле препарат бер бүлек аша үтә һәм артып ҡалғаны ситкә түгелмәй, ә башҡа ауырыуҙарға йүнәлтелә.

Химия препараттары бик ҡиммәтле һәм улар һәр кешегә индивидуаль рәүештә ҡойола. Кемгәлер әҙерәк, кемгәлер күберәк. Йыш ҡына бер һауытты асҡас артып та ҡала. Башҡа пациенттар тураһында мәғлүмәт булмағас, уны түгергә мәжбүр инек. Хәҙер махсус программала кемгә һәм ниндәй күләмдә дарыу кәрәк икәне күренеп тора. Бер генә тамсы ла ситкә китмәй. Үҙәкләштерелгән система менән эшләй башлаған медицина учреждениелары миллиардтарса һум аҡса экономиялаған. Әммә ундайҙар Рәсәйҙә тиҫтәгә яҡын ғына. Башҡортостан да шулар иҫәбендә.

Радмир Рәхимов, Республика клиник онкология диспансеры табип-онкологы

Үҙәкләштерелгән бүлектең барлыҡҡа килеүе химия препараттарын ҡулланыуҙа контролде лә көсәйтә. Программала дауаханаға килгән пациенттың ауырлығы, буйы һәм башҡа күрһәткестәр бирелә. Үҙәк белгестәре шул параметрҙарға ҡарап ҡына дарыу миҡдары әҙерләй. Уларҙың эш ваҡытын видеокамералар күҙәтә. Табип хатаһы бындай шарттарҙа бөтөнләй булмаясаҡ, тип ышандыра шәфҡәт туташтары.

Айнур Кәбиров