Көндәр эҫе тороуға бәйле, ошондай сикләү индерелде. 5 сентябргә тиклем Урман хажалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, полиция, Росгвардия менән берлектә күҙәтеү алып барасаҡ. Һауаға көн һайын авиапатруль күтәрелә.
Махсус тәртип индерелгән осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта аҡсалата яза ҡаралған. Физик шәхестәргә 50 мең һум, юридик шәхестәргә 1 миллион һумға тиклем штраф һалына.
Башҡортостанда былтырғы менән сағыштырғанда урман янғындары сығыу осраҡтары 40 тапҡырға әҙерәк. Шуға ҡарамаҫтан, хәл көсөргәнешле. 20 районда 5-се класлы янғын хәүефе һаҡлана. Үткән аҙнала Башҡортостанда дүрт урман янғыны теркәлгән, уларҙың барыһы ла һүндерелгән.
Айнур Кәбиров