Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылын башларға әҙер

 Был турала Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Быйыл 1 сентябрҙә ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә бара. Уларҙың 55 меңгә яҡыны беренсе класс уҡыусылары. Шулай уҡ Донбасстан күсенергә мәжбүр булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 156 бала ла яңы уҡыу йылын Башҡортостанда башлай.