Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн юл участкаларында автомобиль тиҙлеген сикләүсе билдәләр, ҡаршылыҡтар ҡуйыла, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙә разметкалар яңыртыла.
Республика буйынса был эш 92 процентҡа теүәлләнгән. Ҡалған белем усаҡтарына үткәүелдәрҙе яңыртыуҙы 29 авгусҡа тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.
Башҡа ерҙәрҙән айырмалы, Благовещен районында мәктәптәр янындағы үткәүелдәрҙә разметкалар һыҙыу 65 ярым процентҡа ғына теүәлләнгән. Транспорт һәм юл хужалығы министры мәғлүмәттәренә ярашлы, был республикала иң түбән күрһәткестәрҙең береһе.
Яңы уҡыу йылына тиклем үткәүелдәрҙе яяңыртыу менән урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм төбәк Юл хужалығы идаралығы шөғөлләнә. Һыҙаттар барлыҡ талаптарға ярашлы эшләнә.
Рәзилә Ғиниәтуллина