Рәсәй Геройы, генерал-майор Шайморатов кластары яңы уҡыу йылынан тағы ла 1 600 уҡыусыға арта

Был кластар республиканың 78 мәктәбендә эш башлай. Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 2-се күп профилле полилингваль смарт мәктәбендә асылған Шайморатов исемендәге кластар тәжрибәһе республика семинарында өйрәнелде.

Хәрби таһыллыҡ, илһөйәрлек принциптарына тоғро Шайморатов кластарында белем алған үҫмерҙәр менән БЮТ ижали төркөмө лә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Шайморатов класы кураторы Айтуған Мостафинға үҫмерҙәр береһенән-береһе ҡыҙыҡлы һорауҙар яуҙыра. Кураторҙары Ер шарының ҡыҙыу нөктәләрендә шанлы хәрби юл үткән. Балаларға өлгө булырҙай шәхес. Айтуған Рәсих улы бар хәрби тәжрибәһен үҫмерҙәргә түкмәй-сәсмәй еткерергә  ниәтләй. Был кластарҙа белем аласаҡ үҫмерҙәр Бөйөк Ватан һуғышы йыльяҙмаһын ентекле өйрәнһен, хәрби строй әҙерлегендә алдынғы булһын өсөн ул бар көсөн һәм һәләтен һала.

Шайморатов хаҡында киң мәғлүмәтле. Әммә был штаб-кабинет Рәсәй Геройы яҙмышына һәм хәрби эшмәкәрлегенә бәйле яңынан-яңы биттәр менән тулыландырылып торасаҡ тип күҙаллана. Шайморатов класында белем алыусылар яңы мөмкинлектәр менән тулы уҡыу йылын түҙемһеҙләнеп көтә. Быйыл улар уҡыған мәктәптә Шайморатов класы тағы ла берәүгә арта.  

Хәрби строй әҙерлеге, теүәл фәндәрҙән төплө белем биреүсе, физик һәм тактик күнекмәләргә өйрәтеүсе кластар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Быға тиклем эксперимент форматында асылған кластарҙа 600 шайморатовсы белем алған булһа, яңы уҡыу йылынан улар һаны республикала 2200 уҡыусыға етәсәк.

  Семинарҙа ҡатнашыусыларға кластарҙың мөмкинлектәре реаль күнекмәләр аша күрһәтелде. «Шайморатов класы стандарттары» на ярашлы, үҫмерҙәр автоматтарҙы ваҡытҡа һүтеп йыйҙы,  мылтыҡтан атыу буйынса мәргәнлеген күрһәтте. Яңы уҡыу йылынан улар һыбай йөрөү сәрҙәренә лә төшөнәсәк.

Гүзәл Борханова