Иглин районы Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты театр студияһы ойошторолған

Сәнғәт донъяһына юл ярып. Былтыр Иглин районы Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты «Минең ҡәҙерле ҡарттарым» ойошмаһы менән берлектә Мәҙәни башланғыстар федераль конкурсында еңеп, ҙур күләмдә грант алғайны.

Федераль ярҙам сиктәрендә учреждениеға музыка аппаратураһы һатып алына, театр студияһы ойошторола. Ижади һәләттәрҙе асыуға йүнәлтелгән проекттың йомғаҡлау фестиваленән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡалаҡсылар ансамбленең сығышы тәүге секундтан уҡ тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында ойошторолған берҙәм коллективҡа «Ижадтың йәйге марафоны» тип исемләнгән фестивалде асыу хоҡуғы бирелде. Күләмле сара Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамы менән үтә. Былтыр социаль учреждение «Бәхетле йорт» өсөнсө быуындың ижади киңлеге» проектын тормошҡа ашырыуға 500 мең һумлыҡ грант отҡайны.

Мәҙәни фестиваль сиктәрендә республиканың ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаттары ижади коллективтары араһында бәләкәй сәхнәләштереүҙәр һәм вокал буйынса конкурс үтте. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы жюри ағзаларынан тыш, социаль учреждениела йәшәүселәр ҙә юғары баһаланы. Асыҡ һауалағы театр майҙансығы яңы йондоҙҙарҙы ҡабыҙырға ярҙам итте.

Көҙәй ауылы мәҙәниәт йортонда «Лукоморье» тип исемләнгән ижади коллектив эшләй. Бөгөн улар тарафынан фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн ҡурсаҡтарҙы йөрөтөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Бында интернат тәрбиәләнеүселәре менән бергә бәләкәй сәхнәләштереүҙәр ҡуйылды. Бындай башланғысты артабан да дауам итеү ҡаралған.

Театрлаштырылған тамашала ҡатнашыуҙан тыш, майҙанда йыр буйынса ла дәрестәр алырға мөмкин ине. Һәр кем ҡулына микрофон алып, тауыш мөмкинлектәрен күрһәтте. Ҡул эштәренә маһирҙар айырым йыйылып, биҙәүестәр, уйынсыҡтар яһау буйынса яңы техникалар өйрәнде.

Физик мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, күңелдәре ижадҡа, сәнғәткә һөйөү менән тулы. Фестиваль сиктәрендә интернатта йәшәүселәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Надежда Щелчкова алмаз мозаиканан яһалған картиналарын халыҡ иғтибарына тәҡдим итте. Ҡатын йыр-моңға ла маһир. Инвалид коляскаһына ултырыуына ун бер йыл.

Эштән ҡайтып индем дә йығылдым. Аяҡ-ҡулдарымды тоймай башланым. Телмәремде юғалттым. Мығырлай ғына инем. Бәхетемә, хәҙер һөйләшәм, илаһам да, ҡыуанһам да йырлайым. Музыка мине бейеккә осорғандай, йәшәүгә ҡанатландыра.

Надежда Щелчкова

«Бәхетле йорт» проектын дауам итеү планлаштырыла. Ошо маҡсатта федераль конкурсҡа яңы ғариза әҙерләнә. Тәүмаҡсат – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, һәләттәрен асыу.

Өлкәндәрҙең дә сәнғәткә ынтылышы ҙур. 73 йәшлек Юрий Семеновты ғына алайыҡ. Күҙҙәре күрмәй, уң ҡулы һынған булһа ла, ул һаман да гитараһын ҡулынан ысҡындырмай. Йырҙары менән йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайта...

Гөлназ Хәйбуллина