Баймаҡ районында ҡаҙылма байлыҡтар табыу тураһында законды боҙоусыларҙың лицензияһы тартып алына. Беренсе вице-премьер, республикала ҡаҙылма байлыҡ табыусылар эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия етәксеһе Азат Бадранов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, "Весна" йәмғиәтенә ҡарата енәйәт эше асылған. - Үткән аҙнала, закон боҙоусылар тураһында документтар Ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу буйынса федераль агентлыҡ ҡарауына тапшырылды. Күсей ауыл биләмәһендә эшләүсе компанияларҙың лицензияһын тартып алыу мөмкинлеге ҡарала. Шулай уҡ алтын табыуға мораторий индереү мәсьәләһе өйрәнелә, - ти Азат Бадранов.