Башҡортостандағы парк һәм мәғариф үҙәге Максим Серафимов исемен йөрөтәсәк

 Башҡортостандың "Патриот" хәрби-илһөйәрлек паркына һәм Өфөләге "40-сы мәғариф үҙәге"нә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исеме бирелде. Премьер-министр Андрей  Назаров  ошо турала  документтарға  ҡул  ҡуйҙы. Улар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында  танышырға  мөмкин.  Максим Серафимов  "40-сы  мәғариф үҙәге"ндә  белем  ала.  27 йәшлек  өлкән лейтенант  Украинала хәрби операцияла ҡатнаша. Махсус тәғәйенләнештәге  отряд командиры  була. 27 февралдә подразделение  көслө ут аҫтында  ҡала, 10-сәғәттән ашыу  бинаны обороналайҙар. Максим Серафимов  эргәгә  килеп төшкән  гранатаны үҙе менән ҡаплап һалдаттарының ғүмерен һаҡлап ҡала. Уға  үлгәндән һуң Рәсәй  Геройы  исеме бирелә.