Быйыл республикала эшһеҙҙәр һаны 6,5 процентҡа кәмегән

Был турала Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдерҙеләр. “Күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға дәүләт программалары булышлыҡ итә. Йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар, пенсионерҙар һәм инвалидтар тәү сиратта эшкә урынлаштырыла”, - ти ведомство етәксеһе Ленара Иванова. Быйыл ете ай эсендә 39 меңдән ашыу кеше хеҙмәт урыны тапҡан.