Һайлауҙар алдынан сәйәси партия ағзалары һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү тәҡдимдәре индерә. Улар халыҡтан ҡабул иткән мөрәжәғәттәренә таянып төҙөлә. Һәр төбәк депутаттары башланғыстары үҙәк аппаратта тупланып ҡануниәт нигеҙенә ятаҡсаҡ.
«Ғәҙел Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары әйтеүенсә, Башҡортостанда был йәһәттән хәл ярайһы уҡ яҡшы. Республикала беренсел медицинаны үҫтереү өсөн күп сығымдар ҡаралған. Райондарҙа поликлиникалар, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары күпләп төҙөлә. Шулай ҙа персоналға ихтыяж бар, ти халыҡ һайланыусылары.
Айнур Кәбиров