Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында Советтар Союзы Геройҙары Зәйнетдин Әхмәтйәнов менән Закир Әсфәндиәровҡа бюст асылды. Сарала республика һәм район дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ҡунаҡтар Ватан һуғышы ветерандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып, бюстҡа сәскәләр һалды. Артабан урындағы мәктәп музейындағы тарихи ҡомартҡылар менән танышты.
Саралар урындағы шишмә майҙанында дауам итте. Борондан изге һаналған сығанаҡты урында йәшәүселәр 10 көндә төҙөкләндереп, тимер баҫҡыс яһаған, ял итеү өсөн беседка ҡуйған. Киләсәктә бында ағастар ултыртып, халыҡ байрамдары ойоштормаҡсылар.
Саралар сылбыры Яңҡыҙҡайын ауылына нигеҙ һалыуға 350 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған мәжлес менән тамамланды. Байрамда урындағы ижади коллективтар халыҡҡа дәртле йыр-бейеүҙәр бүләк итте.
Рәзилә Ғиниәтуллина