Икмәк үҫтереүселәр өсөн ҡыҙыу мәл

Бүздәк элеваторы йыйып алынған уңышты эшкәртеү өсөн бер минутҡа ла туҡтамай. Әле элеваторға ужым бойҙайы, арыш, шипкән тейәгән йөк машиналары инә. Хужалыҡтарҙан ярауай культуралар килтерелә башлаясаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Элеваторға инер алдынан йөк машиналары лаборатория янында туҡтай. Килтерелгән бөтә иген тәүҙә тикшереү үтә. Ун минут эсендә орлоҡтарға экспресс анализ яһала.

Анализ яһау өсөн орлоҡтоң илле грамы үлсәп алына. Утыҙ йыл буйы лабораторияла эшләгән Мәрйәм Ҡунафина әйтеүенсә, иғтибарлылыҡ һәм күреү һәләтенең яҡшы булыуы мөһим. Хеҙмәткәрҙәр лупа менән ҡуллана. Бөжәктәр менән зарарланған иген элеваторға индерелмәй.

 Етмеш кеше өс сменаға бүленеп эшләй, әле элеватор тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.

Таҙартып, киптереп бөтә игенде лә элеваторға һалабыҙ, тышта һаҡламайбыҙ. Эш бик ҡыҙыу бара, ул тағы бер ай тирәһе шулай буласаҡ.

Юрий Барзюк, «Бүздәк элеваторы» директоры

 Элеватор етмеш мең тонна иген һыйҙырышлы. Бында күрше Әлшәй, Дәүләкән һәм башҡа райондарҙан да уңыш килтерелә. Хужалыҡтар йыйып алған ужым бойҙайы, арыш, шипкән ташый.

Ә был көнбағыш орлоғо тейәгән йөк машинаһы киреһенсә элеваторҙан сыға. Күрше республика Башҡортостандан былтыр һатып алған көнбағышты Бүздәк элеваторы келәттәрендә тотҡан.

Ойошма йыйып алынған уңышты эшкәртеү менән бер рәттән келәттәрҙе ремонтлай, быйылғы мул уңышты һалыу өсөн урын әҙерләнә.

Рәмилә Исмәғилева