Башҡортостанда юғары янғын хәүефенә бәйле, ике аҙнаға сикләүҙәр индерелде

Урманға инеү тыйыла! Әлеге ваҡытта урман-яландарға, баҫыу ситтәренә бураҙналар һалына. Өфө районынынан тулыраҡ киләҙе яҙмала.

Нәфҡәт Вәлиев урман хужалығы тармағында тиҫтәләрсә йыл. Янғын хәүефе юғары осор тракторсы өсөн ҡыҙыу мәл. Былтыр, мәҫәлән, ул ике аҙна өйөнә ҡайтмай, урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан. Эш быйыл да ҡатмарлы түгел, тип әйтеп булмай, сөнки республикала 4-се – 5-се класлы янғын хәүефе һаҡлана.

Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуына бәйле, республика Урман хужалығы министрлығы 23 августан 5 сентябргә тиклем урманда ял итеүгә һәм унда автотранспорт менән инеүгә сикләү индерҙе. Талаптар туристар һәм һунарсыларға ла ҡағыла. Сөнки һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө йә иһә пластик шешәләр, быяла ярсығы булһынмы – уларҙың һәр ҡайһыһы оло бәләгә килтереүе ихтимал.

Махсус тәртип индерелгән осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта аҡсалата яза ҡаралған. Физик шәхестәргә 50 мең һум, юридик шәхестәргә 1 миллион һумға тиклем штраф һалына.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Урманда йәки уның эргәһендә ут сығыу осрағы теркәлгән осраҡта, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыу һорала. Телефон һандарын һеҙ экранда күрәһегеҙ.

8 (800) 100-94-00 УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТЕ

8 (347) 218-14-14 БР-ҙың УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ

Азат Ғәлиуллин