Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуға бәйле 265 яңы осраҡ теркәлгән

Әле стационарҙарҙа 168 кеше дауалана, уларҙың 121-е – 60 йәштән өлкәндәр. 11 сирле ауыр хәлдә, бер пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 1376 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.

Тәүлек эсендә сирҙән 192 кеше һауыҡҡан, үлем осраҡтары юҡ. Республикала 2 887 542 кеше ковидҡа ҡаршы вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Бер көндә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн 15 178 кеше мөрәжәғәт иткән.

Гөлдәриә Йосопова