Һуңғы 7 айҙа ғына медицина ойошмаларына ярҙам һорап, 9 мең ярымға яҡын пациент мөрәжәғәт иткән. Был уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10 процентҡа күберәк. Августың икенсе яртыһында талпандар тағы ла әүҙемләшә. Белгестәр, талпандан һаҡланыу юлы – профилактик саралар, тип иҫкәртә.
Йәне сығып өлгөрмәгән талпан шыйыҡ азотҡа төшөрөлөп туңдырыла. Рәхимһеҙ бөжәкте шулай итеп кенә көсһөҙләндерергә мөмкин. Талпандың төкөрөк биҙҙәрендә һәм эсәктәрендә урынлашҡан паразиттарға тап ошо ысул менән генә үтеп инергә мөмкин. Имәнес бөжәк махсус шыйыҡса ярҙамында тураҡлана, һуңынан центрифуганан артыҡ матдәләр алынып, лаборантҡа кәрәклеһе генә ҡалдырыла.
Талпанды табыу менән лабораторияға тикшереүгә илтергә кәрәклеге хаҡында һәр кем белә. Инфекция менән зарарланмаған талпан тешләгәндә лә, шул урындың шешеү ихтималлығы бар.
Тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек күҙәтелә. 10 процент осраҡта талпан ҡаҙалыуы үкенесле тамамлана.Бөтәһе лә организмдың иммунитетына бәйле.
Республикала талпандарға ҡаршы 4 мең гектарҙан ашыу биләмәләр эшкәртелгән. Майҙандарҙың яртыһы балалар һәм үҫмерҙәр ялын ойоштороу ойошмаларына ҡарай.
Йыл башынан талпан энцефалитына ҡаршы 30 меңлән ашыу кешегә прививка яһалған. Был – планға ҡарата 86 процент. Белгестәр ҡан һурғыс бөжәктең ҡаҙалыуын иҫкәртеү өсөн урманға барғандан һуң үҙеңде һәм яҡындарыңды тикшерергә, тәнде тулыһынса ҡаплаған кейем кейергә, махсус репиленттар ҡулланырға кәңәш итә.
Гүзәл Борханова