Башҡортостанда тағы ла бер төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Мәләүездә «Ҡайынлыҡ һуҡмағы» проектын тормошҡа ашырыу тамампанды.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. «Проект 2020 йылда уҙған Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы еңеүсеһе. Уның авторҙары барыһын да төптән уйлаған. Беҙҙең ауылдарыбыҙ һәм ҡалаларыбыҙҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге биргән федераль проекттарға рәхмәт, тип белдергән төбәк етәксеһе.
Проектҡа ярашлы, ҡасандыр Мәләүез ҡалаһының сауҙа үҙәге булған тарихи майҙан заманса үҙгәртелгән, унда амфитеатр, ял һәм йәйәүлеләр зоналары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Проекттың дөйөм хаҡы – 128 милион һум, уның 36 миллион һумы республика бюджетынан бүленгән.
Гөлдәриә Йосопова