«Башҡорт ихаталары» программаһының һөҙөмтәләре билдәле булды

Планлаштырылған 200 ихатаның 7-һе Өфөнөң Дим районында файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөкләндереүҙе көтөп алған халыҡ өсөн урында ихата байрамы ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Ихатала йәшәүселәр был көндө бер нисә тиҫтә йыл көтөп алған. Балалар майҙансығы Совет заманынан уҡ ҡалған, ә заманса видеоҡоролмаларҙы халыҡ тик хыялдарында ҡына күргән. Бөгөн бында, күләмле төҙөкләндереүҙән һуң, Ухтомский һәм Хәҡиҡәт урамдарындағы 7 ихата файҙаланыуға тапшырылды.

Төҙөкләндереү эштәре ваҡытынан алда тамамланған. Эшселәр биләмәгә асфальт түшәгән, яңы тротуарҙар һәм бордюр һалған. Унан башҡа, һәр подъезд янына урналар, эскәмйәләр ҡуйылған. Майҙан яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. 167 урынға иҫәпләнгән парковка барлыҡҡа килгән. Ә сағыу граффити менән биҙәлгән йылылыҡ пункты ихатаның йәменә әүерелде.

Ихатала төрлө йәш вәкилдәре өсөн шарттар тыуҙырылған. Кескәйҙәр өсөн резина япмалы заманса балалар майҙансығы төҙөлгән. Спорт майҙансығындағы тренажерҙарҙа өлкән йәштәгеләр ҙә шөғөлләнергә теләк белдерҙе. Былар барыһы ла ихата йәшәүселәр фекерен иҫәпкә алынып, тормошҡа ашырылған.

Ихатала йорттар ҙә тәртипкә килтерелгән. Идарасы ойошма подъезға инеү урындарын буятып, ҡыйыҡтарҙы яңыртҡан. Көҙгә бында газон һәм ағастар ултыртырға иҫәп тоталар.

Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һум аҡса бүленгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, 300 миллион һумға күберәк.

Әйтәйек, былтыр 140 ихата төҙөкләндерелһә, был юлы улар 200-гә еткән. Әлеге ваҡытта республика район-ҡалаларында төҙөкләндереү саралары йылдам дауам итә. Эштәрҙе октябргә тиклем тамамларға иҫәп тоталар.

Рәзилә Ғиниәтуллина