Подписывайтесь на Bash.News
Милекселәр коммуналь ресурстарға
сарыф ителгән сумманы тулы күләмдә ҡаплай башлай. Әлеге ҡағиҙә буйынса
билдәләнгән нормативтарҙан юғарыраҡ күрһәткес өсөн сығымдар идара итеүсе
компанияға йөкмәтелә.
Шуға күрә республикала йәшәүселәргә торлаҡты
хеҙмәтләндереүсе ойошма етәкселеге менән осрашып, һуңғы бер йылда дөйөм йорт
ихтыяждары өсөн киткән сығымдарҙы асыҡларға кәрәк.
Финанс йөкләмәне фактик
ҡулланыу буйынса ай һайын башҡарырға, йә нормативтар буйынса ҡалдырып, йылдың беренсе кварталында яңынан иҫәпләү
ойошторолғандан һуң, асыҡланған артыҡ сумманы ҡапларға мөмкин. Был турала ҡышҡы-йылытыу
миҙгеленә әҙерлек барышына арналған
кәңәшмәлә билдәләнде.
Әлегә дөйөм йорт ихтыяждары
нормативтар менән сикләнгән. 1 сентябрҙән был сикләүҙәр алына. Әгәр күп фатирлы
торлаҡта кемдер түләп етмәй, ҡайҙалыр бер кеше теркәлгән, биш кеше йәшәй,
иҫәпләү приборҙары юҡ икән – барыһы ла фактик ҡулланыу буйынса яңынан иҫәпләүгә
килтерә. Ә инде йортта иҫәпләшеүҙәр
буйынса барыһы ла яҡшы булғанда, милекселәр үҙгәреште һиҙмәйәсәк.
Юрий Палтусов, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары
Дөйөм йорт иҫәпләү
приборҙары буйынса бер айҙа йортта йөҙ кубометр һыу ҡулланылған тип алайыҡ, ә
бына фатирҙағы ҡоролмалар буйынса күрһәткес 90 кубометр тип күрһәтелгән. Бына
ошо айырма – ун кубометрҙы идара итеүсе компания ҡаплай ине. Сентябрҙән
нормативтан юғары күрһәткес өсөн барлыҡ фатир хужалары йәшәгән майҙандарына
ярашлы түләргә тейеш.
Артур Дәүләтшин, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы