Балаларҙың именлеген хәстәрләп

Яңы уҡыу йылы алдынан республика район-ҡалаларында мәктәп автобустарының техник төҙөкөлөгө лә тикшерелә. Яңы талаптар буйынса уларҙың глонасс системаһына тоташтырылыуы һәм тахограф ҡуйылыуы шарт. Баймаҡ районында үткән тикшереүҙәрҙең береһендә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Билал ауылынан Радмир Булатов руль артында бик күптән. Мәктәп автобусы менән идара иткән водитель үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Уның иңенә Һәмән һәм Күгиҙел ауылы уҡыусыларын Билал мәктәбенә алып килеү буйысы ҡуйылған. Был эште ике водитель башҡара. Яңы уҡыу йылы алдынан Радмир Булатов үҙ техникаһын рәткә килтереп, төҙөклөгөн тикшерҙе.

Техник тикшереү ваҡытында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автобустарҙың тормоз системаһы, руль механизмы торошона, хәүефһеҙлек ҡайыштарына, тейешле документтарға иғтибар бүлде. Барлығы 34 мәктәп автобусы техник тикшереү үтте, ваҡ етешһеҙлектәр урында уҡ хәл ителде.

Мәктәп автобустарының барыһының да пассажир ташыу буйынса лицензиялары бар. Улар Глонасс һәм тахограф махсус системалары менән тәьмин ителгән. Рейс алды һәм рейс һуңынан водителдәр медицина тикшереүе үтә. Ҡулланыу ваҡыты үткән автобустар юҡ, уларҙың техник торошо ярты йыл һайын тикшерелеп тора, тип белдерҙе мәғариф бүлеге механигы Азамат Баймырҙин.

Баймаҡ районында 41 ауылдан 24 мәктәпкә 1033 уҡыусы йөрөп белем ала. Балаларҙың хәүефһеҙлеге – мәктәп автобусы водителе ҡулында. Бының өсөн техниканың төҙөк, шоферҙың яуаплы һәм етди булыуы шарт.

Альбина Байегетова