Республикала йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»н яҙырға саҡыралар. Халыҡ-ара акция Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндө – 3 сентябрҙә үтә. Башҡортостанда күләмле сара йөҙгә яҡын майҙансыҡта ойошторола. Был исемлектә юғары уҡыу йорттары, мәғариф учреждениелары, музейҙар күрһәтелгән.
Шулай уҡ «Еңеү диктанты»ның рәсми сайтында теркәлеп, әҙерлек үтергә, артабан акцияла онлайн-форматта ҡатнашырға мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде тикшереп ҡарау өсөн 25 тест һорауы төҙөлгән.
Иң юғары һөҙөмтә күрһәткән сығарылыш синыф уҡыусылары вузға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана. Еңеүселәр 9 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына саҡырыла.
Гөлназ Хәйбуллина