Өфөнөң 21-cе дауаханаһында ҡатмарлы әмәлиәт үткәрелгән

60 йәшлек пациенттың уң яҡтан төкөрөк сығыу биҙҙәрендә шеш 4 йыл элек барлыҡҡа килгән. Йылдар үтеү менән ул пациентҡа ашағанда, ризыҡ йоторға ҡамасаулаған. БЮТ ижади төркөмө ҡатмарлы әмәлиәт үткәргән пациент янында булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙамала.

Татьяна Михайловна Бәләбәйҙән, үҙе менән булған хәлде кисә булып үткән насар төш кеүек хәтерләй. 2018 йылда тикшеренеүҙәр үткәндә яңағында төйөр барлығы асыҡлана. Онколог уға шеш артыҡ ҙурайып ҡамасаулай башлаһа, яңынан мөржәғәт итерһегеҙ тигән кәңәш бирә. Ике көн элек уңышлы үткән әмәлиәт пациенттың йәшәү кимәлен яҡшыртҡан. Ханым ризыҡ йотҡанда уңайһыҙлыҡ тоймай. Тиҙҙән ул өйөнә ҡайта.

Дүрт йыл буйы был шеш менән йәшәргә тура килде. Башта артыҡ ҙур түгел ине. Ә быйыл май айынан ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы. Ул ҙурайып, ризыҡ йоторға ҡамасаулай башланы.

Татьяна Федоринова, пациент

 Шеш муйынын борорға, ризыҡ йоторға ҡамасаулай башлағас, 21-се дауахананың яңаҡ-бит хирургтарына күренгән. Табиптар пациентҡа компьютер томографияһын үткәргәндән һуң, 3,5х8 сантиметр ҙурлығындағы шеш барлығы асыҡланған.

Шештең бер өлөшө яңаҡ аҫтында, ҡалғаны йотҡолоҡҡа яҡын ерҙә. Ҡатындың битенең уң яҡ өлөшөндәге шешкә йоҡо артерияларына зыян килтермәй, хирург Азат Сөләймәнов етәкселегендә табиптар бригадаһы уңышлы әмәлиәт үткәргән. Яңаҡтағы шеш, һөйөнөскә күрә, яман булмай.

 Төкөрөк биҙҙәрендә шеш башлыса 5 процент пациенттарҙа асыҡлана. Башта шеш үҙе хаҡында белгертмәүе ихтимал. Әммә ул ҙурая барған һайын лимфа төйөндәре ҙурайып, тән температураһы күтәрелеүе, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелеүе ихтимал.

Шеште ни тиклем алданыраҡ асыҡлап алып ташлаһаң, пациентҡа шул тиклем яҡшыраҡ, ти табиптар. Шуға күрә ваҡытында диспансер тикшереүе үтергә, бәләкәй генә үҙгәрештәр тойған осраҡта, үҙаллы дауаланмаҫҡа, оҙаҡҡа һуҙмай онкологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, ти белгестәр.

 Гүзәл Борханова