Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан Ғәфирә Сәйәповаға 100 йәш тулды

Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен мәғарифҡа арнаған хеҙмәт ветеранын оло юбилейы менән урындағы хакимиәт, ветерандар советы, мәктәп етәкселеге ҡотланы.

Йөҙйәшәргә ил президенты һәм республика башлығының ҡотлау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр, гөлләмәләр тапшырылды. Байрамды ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерты йәмләне.

Ғәфирә Хәмәҙрийәл ҡыҙы үҙ ҙалы йөрөй, хәтере шәп. Район, республика яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йәшәй. Оҙаҡ йәшәү серен сәләмәт тормош алып барыуға бәйләй.

Гөлназ Хәйбуллина