Был юлы ул ырыу-нәҫел тамырҙарын барлаған аралар ярышын күҙ уңында тота. Төбәктең Таштимер ауылында бөгөн икенсе осрашыу үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Әҡлимә Хызыроваға гармунға ҡушылып йырлау бер ни тормай. Ҡыҙ бәләкәйҙән йыр-моңға әүәҫ булып үҫә. Үҙенә музыкаль белем алыу насип итмәһә лә, алты балаһының өсәүһен ул профессиональ йырсы итеп тәрбиәләүгә ирешә. Улдарының береһе донъя кимәлендә танылған лирик тенор Вәхит Хызыров.
Әбйәлил районы Таштимер ауылында үткән сара Ғәлимырҙиндар башланғысында ойошторола. Тәүҙә улар нәҫел-тамырҙарын барлап, оло ҡор йыя. Артабан Ғәлимырҙиндар эстафетаны Хызыровтарға тапшыра. Республика һәм ил кимәлендә дан ҡаҙанған таланттары булған нәҫел вәкилдәре ауылдаштарына бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим итте. Берәүҙәр гармун-баянда һыҙҙырһа, икенселәре батмуслы самауыр менән бейене, өсөнсөләре үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Хызыровтар ғаилә ансамбле менән дә сығыш яһаны.
Осрашыу һуңында эстафета ауыл ҡотон тотҡан, район йәшәйешенә тос өлөш индергән Кәримовтар нәҫеленә тапшырылды. Араларынан Гөлшат Кәримова, мәҫәлән, Таштимер ауыл мәҙәниәт йортон 40 йылдан ашыу етәкләп бик күп таланттар тәрбиәләүгә өлгәшкән. Ауылдың танылған талант эйәләренең күбеһе ҡасандыр уның ҡулы аҫтында ижадҡа тәүге аҙымдарын яһаған.
Азат Ғәлиуллин