Сентябрҙә Башҡортостанда студенттар айлығы уҙасаҡ

Ул мәҙәни, мәғариф, һәм спорт сараларын үҙ эсенә ала.

#ЗнанияPARTY, Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2022», «Геройҙар уҙышы», спорт объекттарына экскурсия, беренсе курстар өсөн квест, акциялар уҙғарыу ҡаралған.

Студенттар араһында Геройҙар уҙышы «Патриот» хәрби-патриот паркында 23 һәм 25 сентябрҙә була. Республика һәм башҡа төбәктәр йәштәре 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс- холында йыйыла. Ике көн барған сарала студенттар проекттар яҡлап грант ота ала, бының өсөн 5 сентябргә тиклем «АИС Рәсәй йәштәре» сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Рәмилә Исмәғилева