Өфөгә Граждандар йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе килде

Торатау янында 1955 йылға тиклем ГУЛАГ объекты урынлашҡан. Бөгөн тарихи урынды сәйәси золом ҡорбандары хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара федераль төркөм ағзалары барып күрҙе. Был уңайҙан тау итәгендә Мәскәү ҡунаҡтары өсөн милли күргәҙмә ойошторолғайны.

Тарихсылар төбәктең үткәне, уникаль ҡомартҡылары тураһында һөйләне. 1948 йылда ил етәкселеге ҡушыуы буйынса Ишембайҙа көкөртлө мазут эшкәртеү комбинаты төҙөлә. Унда эшләү өсөн әсирҙәр йәлеп ителә.

Дөрөҫ, беҙҙең ил тарихында ла ауыр мәлдәр бар. Бөйөк еңеүҙәр ҙә бар, әммә һәр төрлө башҡа ҙур илдәрҙәге кеүек хәтерҙә ҡыҙғаныс осор ҙа һаҡлана. Уларҙы ла оноторға ярамай. Ниндәйҙер акцент яһау, саманан тыш ҡуйыртыу ҙа кәрәкмәй, әммә хәтерҙә булырға тейеш.

Валерий Фадеев, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе

Республиканың милли музейында Валерий Фадеев сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә арналған экспозия менән танышты. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары советы рәйесенә Башҡортостандың һуғыш йылдарындағы көнитмеше, шанлы тарихы өлгөләре күрһәтелде.

Һуңынан ул Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Ултырышта халыҡты борсоған төрлө мәсьәләләр, көнүҙәк проблемалар күтәрелде. Уларҙың барыһын да Валерий Фадеев иғтибарға алды һәм федераль кимәлдә лә хәл итеү юлдарын барларға вәғәҙә итте.

Айнур Кәбиров