Ил президенты ҡарары буйынса Рәсәйҙә инвалидтар өсөн ҡаралған күләмле программа раҫланды. Уға ярашлы алдағы 4 йылда мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың 95 проценты реабилитация курстары үтә ала.
Балалар һәм үҫмергә айырым иғтибар бүленә. Республика социаль реабилитация үҙәгендә комплексы программа тормошҡа ашырыла башланы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Балсыҡтан матур формалар эшләгән балалар ижади түңәрәккә ял итеү өсөн генә килмәгән. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар оҫтаханала сәләмәтлеген нығыта. Бармаҡтар моторикаһын яҡшыртҡан, образдар менән фекерләргә булышлыҡ иткән дәрестә кескәйҙәр ихлас күңелдән шөғөлләнә. Республика балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә Башҡортостандың бөтә төбәктәренән йыйылған балалар бушлай һауыҡтырыу программаһын үтә.
Республика балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә йылына 6 меңдән ашыу бала ярҙам курсын үтә ала. Урындағы социаль үҙәктән юллама буйынса Өфөгә килеп малай-ҡыҙҙар ике аҙна дауамында һауыҡтырыу программаһына йәлеп ителә.
Рәсәй Президенты ҡарары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн күләмле программа тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы алдағы дүрт йыл эсендә инвалидтар күп яҡлы дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала. Реабилитация курстарын үткәргән үҙәктәрҙең һанын арттырыу, балалар һәм өлкәндәр менән эшләгән кадрҙар әҙерләү һәм башҡа мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтелә.
Рәсәйҙә 11 миллион ашыу мөмкинлектәре сикләнгән граждандар иҫәпләнә. Һөҙөмтәле дәүләт программалары һәм йәмғиәттең аңлайышлы, ярҙамсыл мөнәсәбәте уларҙың ауыр көндәлеген еңелләштерәсәк тигән ышаныс тыуа.
Флорида Ким