Сибайҙа сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөлөшө мәсьәләһе ҡайтанан ҡарала

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡалаға эш сәфәре барышында халыҡ менән осрашты. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү комплексын Алтын ҡасабаһы эргәһендә төҙөү ҡарала ине. Әммә ул йорттар янында урынлаша. Шуға халыҡ төҙөлөш урынын күсереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Андрей Назаров әйтеүенсә, мәсьәлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағына сығарыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Сибайҙа сүп-сар эшкәртеү комплексы йылына 100 мең тонна ҡалдыҡ ҡабул итә аласаҡ. Проект 215 миллион һумға баһалана, бында 80 кешегә эш урыны була. Инвесторға ярҙам итеү маҡсатында Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы займ бирергә тәҡдим ителде.