Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип иғлан ителә

Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә шул турала әйтелде. Урман янғындарын киҫәтеү маҡсатында шундай етди режим индерелә. Халыҡҡа транспортта урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу тыйыла. Талапты үтәмәгән өсөн штраф һалына. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, август аҙағынаса эҫе һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана.