Башҡортостан белем биреү системаһы иң күп аҡса бүленгән тармаҡтарҙың береһе

Быйыл бюджетта мәғариф үҫеше өсөн 94 миллион һумға  яҡын аҡса ҡаралған.  Был турала  социаль селтәрҙә  Премьер-министр Андрей Назаров яҙа. - Федераль аҡса йәлеп  итергә тырышабыҙ. 2019 йылдан "Мәғариф" милли проектына  ҡатнашабыҙ. Уның ярҙамында  өс йыл  эсендә  382 мәктәптең  матди-техник базаһы  яҡшырҙы.  Быйыл  уҡыу йорттарын яңыртыу  буйынса  федераль программаға  ҡушылды.  2026 йылға  тиклем 400-гә  яҡын мәктәпте  ремонтлайбыҙ, - тип  яҙа  Андрей Назаров.