Бөгөн Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Президенты кәңәшсеһе Валерий Фадеев менән осрашты

 Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә  алыуҙа  дәүләт сәйәсәте темалары  ҡаралды.  Радий Хәбиров  әйтеүенсә, берҙәм эш  илдә  сәләмәт илһөйәрлек  рухын  тәрбиәләүгә  йүнәлтелгән.  - Рәсәйҙә дәүләт архивтары  аша  сәйәси репрессияға  дусар булғандар тураһында  белергә  мөмкин. Өфөлә  Ҡайтырлған исемдәр музейын  асырға планлаштырабыҙ.  Башҡорт ғалимдары,  хәрбиҙәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәрен тергеҙәбеҙ, - тине  Радий  Хәбиров.