Был турала Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Валерий Фадеев менән осрашыуҙа белдерҙе.
Ил башлығы кәңәшсеһе Башҡортостанға сәйәси золом ҡорбандары хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара төркөм менән килде. Бөгөн Мәскәү вәкилдәре республикала тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү, нахаҡҡа хөкөм ителгәндәрҙең исемен ҡайтарыу буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.
Ил тарихында фажиғәле осорҙо асыҡлау, нахаҡҡа юҡ ителгән исемдәрҙе ҡайтарыу буйынса республикала эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Архивҡа юл асыла, халыҡ кулаклыҡта ғәйепләнеп һөргөнгә ебәрелгән туғандарының исемен ҡайтара. Документтар буйынса Башҡортостандан 50 меңдән ашыу кеше сәйәси золом ҡорбанына әйләнә.
Башҡортостанда бөйөк еңеүҙәр менән бер рәттән тарихтың ҡыҙғаныс биттәрен дә хәтергә алырға ҡурҡмайҙар. Тарихи урындарҙа сәйәси золом ҡорбандары хәтерен мәңгеләштереү уйынса ла төбәктә етди эш алып барыла.
Музей, һәйкәлдәр, мемориаль таҡтаташтарҙың күплеге лә ошоға дәлил. Республикала сәйәси золом ҡорбандарына арнап, 14 мемориал объект һәм 5 музей сафҡа индерелгән. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Валерий Фадеев баш ҡалала урынлашҡан һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Халыҡ дошманы тип танылған шәхестәрҙең данын ҡайтарыу, тарихтағы ҡара таптарға асыҡлыҡ индереү , ғәҙеллекте тергеҙеү мәсьәләләре махсус төҙөлгән ведомство-ара эшсе төркөм ултырышында ла өйрәнелде. Көнбайыштың тарихты үҙгәртеп яҙырға маташыуы, Рәсәй дәүләтенең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә бысраҡ яғыу, мемориалдарҙы емереү тенденцияһы барған осорҙа бындай сәйәсәт көнүҙәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәтер тергеҙеү эше сәләмәт патриотизм тәрбиәләү өсөн үтә лә мөһим.
Валерий Фадеев иһә архивты барлау эшен тағы ла әүҙемләштерергә тәҡдим итте. Сөнки киләсәк быуын тарихты ниндәйҙер сит сығанаҡтарҙан түгел, ә документтарҙа теркәлгән хәҡиҡәткә таянып өйрәнергә тейеш.
Айнур Кәбиров