Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, бөгөн 83 белем усағында «Мәктәптәрҙә – спорт көрәше» проекты тормошҡа ашырыла.
2024 йылға тиклем унда 200 мәктәп буласаҡ. Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлә, Белорет һәм Стәрлетамаҡта спорт көрәше буйынса айырым мәктәптәр эшләй.
“Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ярҙам күрһәтелә, спортсыларҙы, тренерҙарҙы ҡеүәтләйбеҙ һәм еңеүҙәр теләйбеҙ”, – тип яҙа Радий Хәбиров.