Был хаҡта бөгөн уҙған матбуғат кәңәшмәһендә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итте. Мәшғүллек үҙәктәре биргән мәғлүмәт буйынса 20490 кеше иҫәптә тора.
Санкция шарттарында ҡатмарлыҡтар кисергән предприятиеларға ведомство тарафынан ярҙам саралары күрелә. Ошо маҡсатта федераль һәм төбәк ҡаҙанаһынан 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Рәмилә Исмәғилева