Малдарҙың һәм хайуандарҙың һаулығы, төбәктәге ветеринар-санитар хәлгә яуаплы ведомствола юбилей уңайынан байрам ойошторолдо. Ҡырмыҫҡалы районында үткән сарала республика ветеринар станцияһы белгестәре бүләкләнде. Бынан тыш район үҙәгендә тармаҡ тарихына бағышланған музей асылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Иртәле-кисле мал һәм хайуандарҙың һаулығын хәстәрләгән ветеринарҙар өсөн байрам сәхнәһе һирәк күренеш. Республика ветеринар тармағында эшләгән 2 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең көндәлеге башлыса ветстанция, хайуандар клиникаһы һәм фермаларҙа үтә. Башҡортостан ветеринария идаралығы ойоштролоуға 135 йыл тулыу уңайынан алдынғы учреждениялар билдәләнде.
Ҡырмыҫҡалы районында үткән сарала төбәк ветеринар станцияһы хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Матди ярҙамды улар яңы ҡоролмалар һатып алыуға йәки эш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә ала.
Ветеринария хеҙмәткәрҙәре төрлө ауырыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн күп яҡлы эш алып бара. Башҡортостанда тәүге ветеринария пункты 1887 йылда барлыҡҡа килгән.
Ветеринария өлкәһендәге белгестәрҙең эше мал-хайуандарҙы дауалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Улар зооэпидимиологик хәлде күҙәтеү аҫтында тотоп, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Тәжрибәле белгестәр уларҙың яуаплы һөнәренә йәштәрҙе йәлеп итеү өҫтөндә лә эш алып бара.
Флорида Ким