Мәҙәниәт, сәнғәт, техник прогресс һәм әүҙем ял

Көйөргәҙе районында «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы сиктәрендә туристик маршрут булдырылды. Ул хаҡлы ялдағыларҙың һорауы буйынса тормошҡа ашырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Көйөргәҙе районында ҡул оҫтаһы Юлай Хәлитовты белмәгәндәр һирәк. Ул ағас һырлау буйынса дан ҡаҙанған. Йүнселдең эштәре лә бөгөн кемдең генә йортон биҙәмәй. Шуға ла «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһына Юлай Хәлитовтың оҫтаханаһы туристик маршрутҡа индерелеүе осраҡлы түгел.

Программа сиктәрендә тормошҡа ашырылған туристик маршрут пенсия йәшендәгеләр өсөн махсус уйланылған. Ул Көйөргәҙе районының милли-мәҙәни, тарихи урындарын үҙ эсенә ала. Кинйәабыҙ ауылы мәҫәлән, тәүге туҡталыштарҙың береһе.

Бында программа ҡатнашыусылары Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы, тархан Кинйә Арыҫлановтың музейы менән таныша ала. Экспозицияла шулай уҡ аҫаба халыҡтың шанлы үткәне тотошлай күҙ алдына баҫтырыла. Кинйә абыҙ, ғөмүмән, өс Советтар Союзы Геройы тәрбиәләгән ауыл булараҡ та билдәле.

Проект ҡатнашыусылары ян тартып мәргәнлеген һынаны. Ошо рәүешле улар үҙҙәрен «Төньяҡ Амурҙары» кеүек хис итте. Унан һуң, төбәк аэродромыны ла сәфәр ҡылды. Иғтибарҙан Яҡшымбәт ауылы мәсете лә ситтә ҡалманы. Заманында республикала таштан төҙөлгән өс иман йортоноң береһе.

Ғөмүмән, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәт итергә мөмкин. Трансфер, страховка, маршрут буйынса 8-10 сәғәтлек экскурсиялар, гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәттәр бушлай тәҡдим ителә.

Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы маршрутты, датаны һайлап яҙылырға йәки урындағы ҡала-район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Азат Ғәлиуллин