Учалы районында яҡындары 57 йәшлек Сәриә Рәфҡәт Ғарипова-Харрасованы эҙләй!

Иғтибар, кеше юғалған! Яҡындары өйөнән сығып китеп ғәйеп булған 57 йәшлек Сәриә Рәфҡәт ҡыҙы Ғарипова-Харрасованы эҙләй.

Учалы районы Рафиҡ ауылында йәшәгән ҡатын өйөнән 5 августа сығып киткән. Билдәләре: буйы 164 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡарағусҡыл ерән сәсле, һоро күҙле. Зәңгәр туника, кроссовки кейгән, яулыҡ ябынған. Ҡатын медицина ярҙамына мохтаж. Сәриә Рәфҡәт ҡыҙын күреүселәргә экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса хәбәр итеү һорала.

8 937 310 21 12 йәки 112

Рәзилә Ғиниәтуллина