Арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһындағы хәтер Башҡортостан Хөкүмәтенең «Республиканың 33 мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙары исемдәрен биреү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы мәңгеләштерелә.
Ғәбит Абдулла улы Әхмәров Федоровка районы Оло Сытырман ауылында тыуып үҫкән. Һуғыштан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып ғүмер итә, төрлө йылдарҙа эске эштәр инспекторы, колхоз һәм ауыл советы рәйесе була, Пугачев совхозында эшләй.
Геройҙың иҫтәлеген яҡташтары һәм уның ғаиләһе лә ҡәҙерләп һаҡлай. Уның ҡыҙы Замира Ғәбит ҡыҙы Лукьянова баш ҡала мәктәбенә атаһының исеме бирелеүен шатланып ҡабул итте.
Гөлдәриә Йосопова