Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа түбән ставкалы кредит мөмкинлектәре

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә яңы ташламалы продукт тәҡдим ителде.

Уның ярҙамында инвестиция өсөн 3 – 4 ярым процентҡа аҡса алырға мөмкин. Тейешле күрһәтмәгә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Ташламалы ставка менән алынған аҡсаларға яңы ҡоролмалар һатып алырға, биналарға капиталь ремонт уҙғарырға, яңы етештереү линияларын сафҡа индерергә мөмкин буласаҡ, тип белдерҙе корпорация етәксеһе.

 Программа 3 йылға иҫәпләнгән, кредитты 10 йылға юлларға мөмкин. 2022 йыл аҙағына тиклем 50 миллиард һум самаһы заемдар бүлеү ҡарала. «Инвестиция сәғәте»ндә шулай уҡ юл яны сервисын үҫтереү проекттары ҡаралды. Өфө һәм Кушнаренко райондарында минимаркет һәм кафеһы булған яғыулыҡ ҡойоу станцияларын асыу ҡарала.

Өфө-Ырымбур трассаһында 49 урынлыҡ ҡунаҡхана асыу мөмкинлеге бар. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проекттар өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелә. Инвесторға дәүләт ярҙамы булараҡ, инженер һәм транспорт селтәрҙәренә киткән сығымдың бер өлөшөн кире ҡайтарыла.