Йәшел баҡсаны тергеҙеп. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Нефтехимиктар паркында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Реконструкция барышы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Биләмәлә йәйәүлеләр зонаһы, спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары ойоштороу ҡаралған. Заманса төҫ аласаҡ паркта БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды.
Өфөнөң Нефтехимиктар паркы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Төҙөкләндереү эштәренә етмешкә яҡын төҙөүсе йәлеп ителгән. Оҫталар бордюрҙар яһай, тротуарға плитка, ергә газон түшәй, һыу үткәргес торбалар һуҙа. Велосипедта йөрөү өсөн тәғәйәнләнгән юлға асфальт һалына. Эш күләме ҙур. Реконструкция барышы менән республика башлығы Радий Хәбиров та танышты.
«Ҡасандыр Черниковка ынйыһы һаналған урынға заманса һулыш өҫтәп, биләмәгә күпләп халыҡты йәлеп итеү - төп бурыстарҙың береһе», - тине ул.
Проект буйынса паркта махсус тренажерҙар менән йыһазландырылған спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары буласаҡ. Хәүефһеҙлек талаптары буйынса был объекттарҙа яһалма резиналы ҡатлам түшәлә. Шулай уҡ бында периметр буйынса яҡтыртыу ҡорамалдары, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу ҡаралған.
Биләмәлә төп баҫым йәшелләндереү эштәренә яһала. Үҙенә күрә дендропарк буласаҡ. Ошо маҡсатта быйыл көҙ бында күп төрлө ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртыла. Уларға һыу һибеү өсөн автоматлаштырылған система монтажлана. Периметр буйынса ҡуйылған тимер ҡойма иһә һүтеләсәк. Барыһы ла урындағы халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып эшләнә.
Йәшел биләмәнең 75 йыллыҡ тарихы бар. Аталышы, майҙаны, эске ҡоролошо буйынса ул бер нисә үҙгәреш үтеп, ҡала баҡсаһынан мәҙәниәт һәм ял паркы булараҡ үҫә.
Төҙөкләндереү саралары 400 миллион һумға баһаланған. Эштәр графикҡа ярашлы бара, быйыл ноябрь уртаһында тамамланырға тейеш. Урындағы халыҡ яңыртылған парктың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Был турала улар Радий Хәбиров менән осрашыуында ла билдәләп үтте.
Йәмәғәт киңлектәренә ҡуйылған талаптар буйынса бында матур һәм хәүефһеҙ була. Иң мөһиме: төрлө йәштәге кешеләрҙе магнит көсөндәй үҙенә йәлеп итәсәк. Әйткәндәй, паркҡа ингән урында арка ҡуйыу ҡаралған.
Нефтехимиктар паркындағы күләмле реконструкция эштәре Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған. Төҙөкләндереү сараларының төп маҡсаты – биләмәнең тарихи ҡиммәтен һаҡлап, уны архитектур ҡомартҡылар менән байытыу, заманса һулыш өҫтәү. Тиҙҙән картала халыҡтың тағы ла бер бер яратҡан ял урыны барлыҡҡа киләсәк.
Гөлназ Хәйбуллина