Башҡортостанда иң яҡшы комбайнсылар билдәләнәсәк

Башҡортостанда Ауыл хужалығы урып-йыйыу эштәрендә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә конкурс иғлан ителә.

Ул игенселек тармағын, етештереү һөҙөмтәлелеген һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн үткәрелә. Конкурс «Иң яҡшы комбайнсы», водитель, механизатор, «Үҙйөрөшлө сапҡыс һәм сөгөлдөр йыйыу комбайны операторҙары» кеүек айырым номинацияларҙы үҙ эсенә ала. Заявкалар 20 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостан ауыл эшсәндәре иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урып-йыйыуҙы 50 процентҡа теүәлләгән.

Азат Ғәлиуллин